Төбәк Хөкүмәтендә Үҙәк Һайлау Комиссияһы кәңәшмәһе үтте

Башҡортостанда 15 марттан 17-нә тиклем Рәсәй Президентын һайлауҙа хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының 7 мең ярымдан ашыу хеҙмәткәре хәүефһеҙлекте тәьмин итәсәк. Төбәк Хөкүмәтендә Үҙәк Һайлау Комиссияһы, полиция, ашығыс хеҙмәттәр вәкилдәре һәм муниципалитет етәкселәре ҡатнашлығында кәңәшмә үтте. Республика биләмәһендә тауыш биреү көндәрендә 3 меңдән ашыу һайлау участкаһы эшләйәсәк.

Кәңәшмә йомғаҡтары буйынса яуаплы шәхестәргә аныҡ мәсьәләләр ҡуйылды. Улар алдында бөтә һайлау участкаларының өҙлөкһөҙ һәм хәүефһеҙ эшләүен тәьмин итеүен ойоштороу, һайлау участкалары территорияһында йәмәғәт тәртибен булдырыу, берлектәге нарядтар ярҙамында һәм полиция, милли гвардия ғәскәрҙәре менән көсәйтелгән патруллек итеү буйынса бурыстар билдәләнде.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ