Республиканың Һанлы үҫеш һәм дәүләт идаралығы министрлығы үткән йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны

Башҡортостандың Һанлы үҫеш һәм дәүләт идаралығы министрлығы үткән йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Коллегия ултырышы Республика менән идара итеү үҙәгендә үтте.

Ултырышта билдәләнеүенсә, илдең мәғлүмәт технологиялары өлкәһе үҙгәртеп ҡороу һәм яраҡлашыу осоро кисерә. Ҡатмарлы геосәйәси хәл һәм санкциялар менән бәйле әле айтикомпаниялар эске баҙарҙың ихтыяжын иҫәпкә алып үҫешә.

Башҡортостан ваҡытында мәғлүмәт хәүефһеҙлеген һәм тейешле инфраструктараны тәьмин иткән. Мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү үҙәге заманса йыһазландырылған, уның ҡеүәте 1 ПетаБайттан артып китә. Стратегик модель ике принцип буйынса үҫешә - федераль башланғыстарға ҡушылыу һәм эске ресурстарҙы нығытыу. 2023 йылда 242 тораҡ пунктҡа мобиль интернет һәм кәрәҙле бәйләнеш һуҙылған.

Республика илдең һанлы трансформация рейтингында 8 урынды биләй. Киләсәктә тағы ла юғарыраҡ баҫҡысты яулау бурысы тора. Ошо маҡсатта инфраструктураны яҡшыртыу, халыҡҡа хеҙмәттәрҙе һанлы форматта күрһәтеү, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү талап ителә. Сөнки заман технологиялары мутлашыусыларҙың әүҙемләшеүенә лә алып килә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ