Билдәле булыуынса, әлегә был диагноздар буйынса меңгә яҡын бала иҫәптә тора. Дауахана эргәһендә 92 урынлыҡ яңы корпус асылыуы - сирлеләргә юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтергә булышлыҡ итә. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Сафия Дәүләтбирҙинаның әхирәттәре изге теләк менән бүләк ителгән әйберҙәренән бер көнгә лә айырылғаны юҡ. Уға улар ниндәйҙер кимәлдә киләсәккә ышаныс уята. Бөгөн ҡыҙ 18 курс химия терапияһын уңышлы үтеүенә ҡыуанысын йәшермәй. Алда һуңғы этап - Мәскәүҙә операция көтөлә.
Сафияға ла йыл еңелдән бирелмәй. Дауаланыу өсөн Мәскәүҙе бер нисә ҡабат тапарға тура килә. Өфөлә махсус үҙәк асылыуы хәлде күпкә ябайлаштыра.
Республика балалар онкология һәм гематология үҙәгендә 8 тиҫтәнән ашыу пациент дауалана. Ауыр процедураларҙы үткән малай-ҡыҙҙарҙың күңелен күреү өсөн урында бар шарттар тыуҙырылған. Ул сағыу һүрәтле, иркен коридорҙарҙан уйын бүлмәләренә тиклем йыһазландырылған.
Республика балалар онкологияһы һәм гематология үҙәге быйыл февралдән эш башлай. Шуға ҡарамаҫтан, эш бөгөн тулы ҡеүәттә алып барыла.
Азат Ғәлиуллин



