Мәртәбәле конкурста һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, сәнәғәт өлкәләре компаниялары еңеүселәр исемлегенә ингән. Билдәле булыуынса, бюджет өлкәһендә 80 процентҡа яҡын хеҙмәткәр - ул ҡатын-ҡыҙ. Бала тәрбиәләгәндәр өсөн айырыуса уңайлы эш шарттары булдырыу мөһим.
Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы Республика Профсоюздар йортонда ойошторолдо. Сара сиктәрендә власть органдары, Йәмәғәт палатаһы һәм «Халыҡ фронты - Рәсәй өсөн» йәмәғәт хәрәкәте вәкилдәре балалы ғаиләләргә ярҙам саралары, социаль льгота-гарантияларға бәйле мәсьәләләр тураһында фекер алышты.






