Дөйөм ҡулланыштағы ҡаҙылма байлыҡтарҙы файҙаланыуҙан килгән һалым 21 процентҡа артҡан

2022 йылда бюджет 256 миллион һумға тулыланһа, былтыр 310 миллион һумлыҡ килем ингән. Республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы үткән йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Киңәйтелгән коллегия ултырышында көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү, ҡаҙылма байлыҡтар менән файҙаланыу, тәбиғәтте һаҡлау һәм ҡырағай йәнлектәр донъяһына ҡағылышлы мәсьәләләр өйрәнелде.

Ведомство етәксеһе Нияз Фазылов әйтеүенсә, республиканың берҙәм автоматлаштырылған мәғлүмәти системаһы функциялары киңәйтелеү менән контроль көсәйгән. Үҙгәрештәргә ярашлы, ҡаҙылма байлыҡтар менән файҙаланыусылар ғына түгел, ер милекселәре, участкаларҙы ҡуртымға алыусылар , ҡаҙылма байлыҡтарҙы үҙ ихтыяжы өсөн тотоноусылар ҙа теркәлергә бурыслы.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ