Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары аҙыҡ-түлек ҡалдыҡтарынан блок һәм кирбес һуғыу буйынса проект әҙерләгән.
Йәш ғалимдар банан, һуған, картуф ҡабығынан экологик төҙөлөш материалы яһаған. Проект авторҙарының беренсе блогы әле һынау үтә. Студенттар проект менән стартаптар конкурсында 1 миллион һумлыҡ грантҡа эйә булған. 2023 йылда «Студент стартапы» Бөтә Рәсәй конкурсында Башҡортостандан 62 проект еңеү яулаған. Вера менән Александр быйыл яңы конкурста ҡатнашырға ниәтләй. Уларҙың маҡсаты - яңы коттедж ҡасабаһын төҙөүҙә подрядсы сифатында сығыш яһау. Унда йорттар экоблоктарҙан төҙөләсәк.



