Бөрйән районы Ырғыҙлы ауылында саңғыла уҙышыу буйынса традицион ярыштар үтте

Йәше-ҡарты саңғыға баҫты. Бөрйән районы Ырғыҙлы ауылында саңғыла уҙышыу буйынса традицион ярыштар үтте.

Туризм буйынса эшҡыуар Илвир Сәйфуллин башланғысы менән ойошторолған сара йыл һайын «Шүлгәнташ» ҡурсаулығы ярҙамында уҙа. Бәйгелә урындағы 6 ауыл биләмәһенән һәм Күгәрсен районы үҙәгенән йөҙҙән ашыу спортсы ҡатнашты. Ҡышҡы спорт төрөн яратыусылар 11 йәш төркөмөндә көслөлөрҙе асыҡланы. Улар араһында иң бәләкәсе Йәмилә Ноғомановаға ни бары өс йәш кенә булһа, иң оло саңғысы Рафаэль Фәтхуллин 8-се тиҫтәһен ваҡлай. Күп һанлы көйәрмәндәр саңғы эстафетаһын айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтте. Егеттәр араһында Мораҡтар еңеү яулаһа, ҡыҙҙарҙан Ҡыпсаҡтар командаһын уҙыусылар табылманы.

Саңғы спорты - ул саф һауала ваҡытты файҙалы үткәреү мөмкинлеге. Шуға ла Бөрйән районында ойошторолған ярыштың йылдан-йыл абруйы күтәрелә. Был үҙ сиратында саңғыға баҫыусыларҙың артыуына килтергән. Әйткәндәй, бәйге ваҡытында байрам һәм дуҫлыҡ атмосфераһы хакимлыҡ итте. Ҡояшлы һауа торошо, ҡарабойҙай бутҡаһы һәм ҡайнар сәй һәр кемдең кәйефен күтәрҙе.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ