Радий Хәбиров республика ҡатын-ҡыҙҙарын тәбрикләне

Яҙҙың иң матур байрамдарының береһе - 8-се март уңайынан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республика ҡатын-ҡыҙҙарын тәбрикләне. Өфөлә үткән тантаналы ултырышта гүзәл заттарға дәүләт наградалары тапшырылды. Радий Хәбиров, ныҡлы һәм ышаныслы тыл ойоштороусы, иҡтисадты үҫтереүсе, ғаилә терәге булып торған ҡатын-ҡыҙҙарға оло рәхмәтен еткерҙе. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Өфөлә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған тантаналы ултырышта ҡатнашыусы гүзәл заттарҙы ир-егеттәр сәскә менән ҡаршы алды. Төрлө йәштәге, төрлө һөнәр эйәләре, төрлө милләт ҡатын-ҡыҙҙары. Байрамда һәр береһе айырым тантана кисерә.

Тәбрикләнгән ҡатын-ҡыҙҙар араһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы гүзәл заттар, шулай уҡ тыл шарттарында ир-егеттәргә ярҙам акцияһын ойоштороусы әсәйҙәр билдәләнде.

Табип, уҡытыусы, психолог, спортсы, юрист, ғалим. Ҡатын-ҡыҙҙар ниндәй генә тармаҡта эшләмәһен, тормоштоң йәме, матур һәм алсаҡ бер өлөшө булып тора. Гүзәл зат булыуына ҡарамаҫтан эшен улар ир-егеттәргә тиң яуаплылыҡ менән башҡара. Ҡотҡарыусы һөнәрен һайлаған Надежда Отвесова ла ҡыйыулыҡ миҫалының бер өлгөһө.

Радий Хәбиров Башҡортостанда өлгө булырлыҡ әсәләр, һоҡланғыс ғаиләләр күп булыуын билдәләне. Былтыр ғына төбәктән алты ҡатын-ҡыҙ «Герой-әсә» юғары исеменә лайыҡ булған, ике ғаиләгә «Ата-әсәлек даны» ордены тапшырылған, тағы 14 ғаилә ошо ордендың миҙалы менән бүләкләнгән.

Төбәк етәксеһе ил өсөн еңел булмаған осорҙа республика ҡатын-ҡыҙҙары ныҡлы һәм ышаныслы тыл, иҡтисад этәргесе, милләт әсәһе булып тора тип оло рәхмәтен еткерҙе. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә изге теләктәр һәр бер гүзәл затҡа еткерелде.

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ