Шишмә районында йәшәүсе махсус хәрби операцияла яраланып ҡайтҡандан һуң яңынан тормош көтөргә өйрәнә

Тормошҡа тимер ҡулдар менән йәбешеп. Шишмә районы Ҡалмаш ауылында йәшәүсе Илмир Мансуров махсус хәрби операцияла яраланып ҡайтҡандан һуң яңынан тормош көтөргә өйрәнә. Яуҙа дрондар һөжүме аҫтында ҡалған егеттең ҡулдары бөтөнләй эшлектән сыға. Әле ул экзоскелет ярҙамында реабилитация үтә. Яугир менән БЮТ хәбәрселәре осрашты.

Ә бит күптән түгел генә уның тотош ғүмере нескә генә ептәрҙә аҫылынып торған. Туҡтауһыҙ күнекмәләр, һынмаҫ рух һәм яугирҙарса ныҡышмалылыҡ ҡына был епте хәҙер ныҡлы арҡан дәүмәленә еткергән. Һәм ул көндән-көн ҡалыная ғына. Хатта табиптар өсөн дә Илмирҙең тиҙ арала үҙ-үҙен ҡулға алыуы мөғжизәгә әйләнгән.

Илмир хәҙер арҡанға бәйле түгел, күптән түгел генә уға «Ватан һаҡсылары» фонды экзоскелет юллап биргән. Шул уҡ бронежилет, ләкин өҫтәмә ҡулдары ғына бар, тип шаярта яугир. Киноларҙа ғына күргән тимер ҡулдар хәҙер егеттең үҙенә лә хәрәкәт итергә ярҙам итә.

Шулай ҙа иң ҙур терәк яҡындарым, ти Илмир. Әсәһе уға бала сағындағыса кәнфит әрсеп бирә, тәмлекәстәрә менән һыйлай. Иркәләп кенә. Башлыса Илмир үҙ ҡулдары менән эш итә, ти әсә.

Махсус хәрби операцияға тиклем Илмир төҙөлөштә эшләгән. Бынан ары ул шөғөлөн ҡырҡа үҙгәртергә иҫәп тота. Ауылда хужалыҡ итеү ниәте менән. Бының өсөн өләсәһенең ихатаһында йорт яңыртырға булған. Ләкин төҙөлөш хәҙер үҙе генә башҡарырлыҡ эш түгел. Ауыл хакимиәте ярҙам итә, ти егет.

Ныҡышмалы егеттең тормош руле үҙ ҡулында. Тиҙлеккә һул ҡул менән һалһа, ла юлы уң. Йортон да ул тиҙ арала һалып сығасаҡ. Сөнки яуҙа сыныҡҡан егеттең ҡулы насар эшләһә лә барыһы ла ҡулынан килә.

Айнур Кәбиров

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ