Ишембайҙағы «Иҙел Нефтемаш» предприятиеһында техник ҡорамалдарҙы яңыртыу планлаштырылған

Өс йыл элек Ишембайҙағы «Иҙел Нефтемаш» предприятиеһы техник ҡорамалдарҙы яңыртыу буйынса ҙур программа башлағайны. Ошо маҡсатта компания тарафынан миллиард һум аҡса йүнәлтеү планлаштырылған. Әлегә сумманың биштән бер өлөшөнә юғары сифатлы заманса ҡорамалдар һатып алынған, һаҡсыл производство йүнәлештәренең береһе - 5S системаһы индерелгән, уға ярашлы эш урындары дөрөҫ ойошторола. Үҫеш һәм ынтылыш юлындағы предприятие эшмәкәрлеге менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.

Нефть һәм газ скважиналары өсөн тәғәйенләнгән мобиль быраулау ҡулайламаһын йыйыуҙың һуңғы этабы бара. Эшселәр барлыҡ ҡағиҙә-талаптарға ярашлы һәр бер деталде нығытып ҡуя, кәрәккәндә, иретеп- йәбештереү технологияһын ҡуллана. Ишембайҙағы предприятиела 80-дән 270 тоннаға тиклем йөк күтәреүсәнлеге булған күтәреү агрегаттары һәм үҙйөрөшлө машиналар етештерелә. Производствоның һәр этабында сифат контроле ойошторолған.

«Иҙел Нефтемаш» - бай тарихлы предприятие. 1977 йылда ул Ишембайҙа нефть промыслалары ҡорамалдары заводы булараҡ ойошторолған, Советтар Союзы биләмәһендә мобиль агрегаттар етештереү өсөн маҡсатлы рәүештә төҙөлгән берҙән-бер нефть һәм газ машиналар эшләү предприятиеһы була. 2008 йылдан скважиналарҙы ремонтлау һәм быраулау өсөн сығарылған ҡорамалдар линияһы тулыһынса алмаштырыла. Яңы техника үҙләштерелә.

Етештерелгән барлыҡ продукция завод һынауын үтә, таможня союзының техник регламенты талаптарына яуап бирә. Бер мобиль быраулау ҡулайламаһы илле меңдән ашыу деталдән тора, уларҙың туҡһан проценты Рәсәйҙә сығарыла.

Ишембайҙағы предприятие энергетика комплексының алдынғы компаниялары менән хеҙмәттәшлек булдырған, продукция Рәсәйҙең төрлө төбәктәренә, Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренә лә оҙатыла. Ҡасандыр ошо уҡ компанияла бәләкәй вазифаларҙан эш башлаған етәкселек тә үҫешкә ышаныслы йүнәлеш ҡуйған.

Слесарь-монтажлаусы булып эшкә төшкәйнем, артабан бригадир, мастер булып эшләнем, тотош цехты етәкләнем. Һәм бына егерме йылдан ашыу мин предприятиеның генераль директоры булып эшләйем. Рәсәйҙә йөк күтәреүсәнлеге юғары булған мобиль ҡулайламаларҙы тик беҙ генә етештерәбеҙ. Шуға күрә заказдар ҙа ике-өс йылға алдан яҙылған. Йәш кадрҙарҙы йәлеп итеү эшмәкәрлектең төп йүнәлеше.

Анатолий Арбузов, «Иҙел Нефтемаш» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең генераль директорының производство буйынса урынбаҫары

Алдағы йылдарҙа предприятиела йөк күтәреүсәнлеге 300 тонна булған мобиль быраулау ҡулайламаһы сығара башлау ҡаралған. Санкциялар заводҡа улар ҡағылманы. Киреһенсә, тик алға ғына ынтылабыҙ, проиводство ҡеүәтен арттырабыҙ. Стационарҙан айырмалы, мобиль ҡулайламалар файҙаланыуҙа уңайлыраҡ, монтажлау, йыйыу, ташыу, логистика буйынса өҫтөнлөктәре күп. Шулай уҡ 2021 йылда күсереп йөрөтөү системаһын әҙерләү буйынса продукцияны ла үҙләштерҙек.

Евгений Никифоров, «Иҙел Нефтемаш» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең башҡарма директоры

Предприятие юғары технологик ҡорамалдар менән тәьмин ителгән, матди-техник базаны яңыртыуға, етештереүсәнлекте арттырыуға тағы ла өҫтәмә финанстар бүлеү ҡаралған. Ошо маҡсатта техник ҡоралландырыуҙы көсәйтеү буйынса махсус программа ла булдырылған.

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ