Бер-нисә спорт төрөн берләштергән ярыштарҙа хәйбуллаларҙан тыш башҡа район һәм күрше төбәктәр командалары ла ҡатнашты.
Уҡтан атҡанда елдең көсөн һәм йүнәлешен дә иҫәпкә алырға кәрәк. Тәжрибәле уғатарҙарға һауа торошондағы үҙгәрештәр ҡамасауламай. Мәргән уҡсы майҙанында ойошторолған ярыштарҙа ата-әсәләр һәм балалар әүҙем ҡатнашты.
Һыбайлылар иһә спортсыларҙа ғына түгел, көйәрмәндәрҙә лә сәм уятты, уларҙы берсә шатланырға, берсә хафаланырға мәжбүр итте. Һыбай ҙа, сана егелгән аттарҙа уҙыш та халыҡҡа ысын мәғәнәһендә байрам кәйефе бүләк итте. Сабыштарҙа балалар ҙа ҡатнашты. Бәйгелә 10 йәшлек Барый Миңлебаев еңде.
Ҡышҡы һабантуйҙа автоһәүәҫкәрҙәрҙең дә оҫталығы баһаланды. Йылан фигураһын, парковкалау, гаражға инеү һәм боролоштарҙы водителдәргә хатаһыҙ үтәү бурысы ҡуйылды. Талаптар билдәле ваҡытҡа үтәлде.
Аҡъяр ауылынан Зилиә Абдрахманова автомашина йөрөтөүҙәге бар этаптарҙы ла дөрөҫ үтеп иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтте.
Саңғыла уҙышыусылар күпселекте тәшкил итте. Улар төрлө йәш категорияларында стартҡа сыҡты. Йылдан-йыл ҡышҡы уйындарҙа ҡатнашыусыларҙың географияһы киңәйә. Ойоштороусылар киләһе йылға ярыш программаһына яңы спорт төрҙәрен индереү маҡсатын да ҡуйҙы.
Гүзәл Борханова



