Милли музейҙа Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы уңайынан асыҡ ишектәр көнө уҙҙы

Музейға килеүселәргә экскурсиялар уҙғарылды. Гүзәл заттар кисә генә асылған Башҡорт ҡатын-ҡыҙының ғүмере тип аталған күргәҙмәлә лә булды.

Байрам көнөндә милли музейҙың бар залдары ла асыҡ. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн инеү бушлай. Килеүселәр экспонаттарҙы ҡыҙыҡһынып ҡарай.

Шундай күргәҙмәләрҙең береһе, 7 мартта асылғаны Башҡорт ҡатын-ҡыҙының ғүмере тип аталған экспозиция ваҡыт арбаһында үткән быуаттарға алып ҡайта.

Бында милли музей фондынан башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының күп яҡлы донъяһын сағылдырған ҡомартҡылар ҡуйылған.

Күргәҙмә ҡатын-ҡыҙҙың тыуғандан алып ҡартлыҡҡа тиклемге үҫеш этаптарын күрһәтә: ҡыҙ, килен, әсә, өләсәй. Уларҙың нимә менән шөғөлләнгәне, нисек донъя көткәне күрһәтелгән.

Стендтарҙағы боронғо фотоларҙы Гөлнара Вахитова йыйырға ярҙам иткән. Әйткәндәй, ул үҙе музейға милли кейемдә килгән.

Мин Силәбе өлкәһе Сосновка районы Вознесенка ауылында үҫтем. Өләсәйем аслыҡ ваҡытында биҙәүестәрен һатҡан. Был һаҡалды үҙем эшләп алдым. Битлек нәҫелдән килгән ҡомартҡы, 1912 йылғы. Уны тик байрамдарҙа кейгәндәр.

Гөлнара Вахитова, музейға килеүсе

Аҫалы балаҫтар, һандыҡ, түшәктәр, хатта мейес һәм һыу тултырылған көйәнтәле ҡыҙ һыны- бөтәһе лә күңелгә яҡын.

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ