Күмертау ҡалаһында ҡатын-ҡыҙҙар үҙ байрамдарында ла яугирҙарҙы хәстәрләй

Йәшел төҫтәге төрлө туҡыма киҫәктәре кемдеңдер ғүмерен ҡотҡара ала. Ҡатын-ҡыҙҙар үҙ байрамдарында ла яугирҙарҙы хәстәрләй. Башҡортостан буйлап махсус хәрби операция яугирҙары өсөн маскировка селтәрҙәрен үреү дауам итә. Изге эшкә Күмертау ирекмәндәре лә ҡушылған. «Белая река» ирекмәнлек һәм остазлыҡ үҙәгенә йөрөүселәр маскировка селтәрҙәрен 2022 йылда уҡ үрә башлай. Ошо ваҡыт эсендә йөҙләгән селтәр махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатылған.

Ирекмәндәргә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙар менән осрашыуҙар уҙғарыла. Хәрбиҙәр рәхмәт һүҙҙәре әйтеп, һалдаттарға нимә кәрәклеге тураһында һөйләй, төҫтәр гаммаһы буйынса кәңәштәрен бирә. Маскировка селтәрҙәре алғы һыҙыҡта яугирҙарыбыҙҙы һаҡлауҙа мөһим роль уйнай. Бынан тыш, ирекмәндәр окоп шәмдәре ҡоя.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ