Өфө фән һәм технологиялар университеты аспиранттары мәғариф проектына ла, шәхси тормошҡа ла тигеҙ ваҡыт бүлә. Улар өсөн булдырылған шарттар билдәләнгән маҡсатҡа ышаныслы барырға мөмкинлек бирә. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Айгүзәл менән Әҙилә Өфө фән һәм технологиялар университетының сығарылыш курсында белем ала. Әлеге ваҡытта ҡыҙҙар диплом эштәрен тамамлау өҫтәндә. Ғилми хеҙмәт тә ғәмәли нигеҙҙә алып барыла. Шуға ла ул буласаҡ йәш инженерҙарға еңелдән бирелмәй.
Ҡыҙҙарҙың да таяныр остаздары бар. Ләйсән Бакирова шуларҙың береһе. Ул үҙе лә бөгөн кандидатлыҡ диссертацияһын яҡларға әҙерләнә. Фән өлкәһенә лә осраҡлы килмәгән.
Фәнни эштәр өйрәнелә генә. Уның киләсәктә файҙалы булырына ла шик юҡ. Ә Юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусында донъяуи кимәлгә сыҡҡан ғилми хеҙмәттәр бик күп. Балалар араһында сәнәғәткә ҡыҙыҡһыныу уятырлыҡ мәғариф проекты мәҫәлән, Рәсәй кимәлендә ҙур һорау менән файҙаланыла. Бөгөн ул сит ил компанияларын да ҡыҙыҡһындырмай ҡалмай.
Фән һәм технологиялар үҫеше республика етәкселегендә лә айырым көн тәртибендә тора. Шуға ла йәш һәм талантлы ғалимдар өсөн бер нәмә лә эштән ситләмәһен өсөн яҡшы шарттар булдырыла. Лабораториялар заманса ҡорамалдар менән тулылана. Әммә тығыҙ график булыуға ҡарамаҫтан, ғалимдар үҙҙәре өсөн дә ваҡыт таба. Күңел ҡушҡанды файҙалы менән йәнәш алып бара.
Азат Ғәлиуллин



