Ошо уңайҙан Рәсәй космонавтика федерацияһының Башҡортостан бүлексәһе йыһангирҙы иҫкә алып, бюсына сәскә һалды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Юрий Алексеевичтың һыны элекке Өфө дәүләт авиация техник университеты эргәһендә урынлашҡан.
Йыһан киңлегенә осоусы тәүге кешенең исемен белмәгәндәр юҡтыр. СССР-ҙың һәм донъяның тәүге космонавтының тыуыуына 90 йыл. Ябай егет, Смоленкск өлкәһенең ҙур булмаған Клушин ауылында йәшәүсе балта оҫтаһы менән һауынсы ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә. Ер өйөндә йәшәргә тура килә, сөнки йорттарын фашистар баҫып ала. Һуғыш тамамланғас, ул тимер ҡойоусы карьераһы тураһында хыяллана, ләкин кешелек тарихында беренсе булып йондоҙҙарға барып етә.
Беренсе космонавтың ергә төшкәс тәүге минуттарын башҡорт кинооператоры Мәхмүт Рафиҡов төшөрөп ала. Башҡортостан туранан-тура илдең авиация һәм космонавтика тармағы менән бәйле. Рәсәйҙә ракета двигателдәре өсөн яғыулыҡ - гептил Салауат ҡалаһында етештерелә. Бынан тыш, космонавтарҙың туҡланыу рационында башҡорт балы ла бар. 2010 йылдан алып Рәсәй космонавтика федерацияһының Башҡортостан бүлексәһе эшләй башлай. Әле уны космонавт, Рәсәй Геройы Михаил Корниенко етәкләй.
Ойошма вәкилдәре беренсе йыһангирҙы иҫкә алып, уның бюсына сәскә һалды.
Юрий Гагарин бар ерҙә лә көтөп алынған ҡунаҡ була. Ул Советтар Союзының барлыҡ тиерлек төбәктәрен һәм 30-ҙан ашыу илде урап сыға. Ләкин, ҡыҙғанысҡа, Башҡортостанға килеп өлгөрмәй. Кешелеккә йыһан тураһында хыял бүләк иткән совет егете тураһында Өфөләр беләме?
Гагариндың йылмайыуы әле лә донъяла киң билдәле. Ул яңы асыштарға саҡыра һәм еңеүҙәргә илһам бирә.
Әлфинә Килдейәрова






