Өфөлә 76-сы йәшендә билдәле ғалим-физик Мөхәмәт Харрасовтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны

Өфөлә 76-сы йәшендә Билдәле ғалим-физик, дәүләт эшмәкәре, Башҡорт дәүләт Университетының элекке ректоры Мөхәмәт Харрасовтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны.

Харрасов Мөхәмәт Хәҙис Улы 1948 йылда Башҡорт АССР-ның Белорет районы Сермән ауылында тыуған. 1971 йылда Башҡорт дәүләт университетының физика факультетын тамамлай. М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының аспирантураһында һәм докторантураһында белем ала. Докторантураны тамамлағандан һуң статистик радиофизика һәм элемтә кафедраһы мөдире, физика факультеты деканы була. Сит илдә, Алжир университеттарының береһендә уҡыта. 2000-2010 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты ректоры булып эшләй.

Мөхәммәт Хәҙис улы Харрасов Башҡортостан республикаһы фәндәр академияһыны. мөхбир ағзаһы, физика-математика фәндәре докторы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй фәндәр академияһы академигы, Рәсәйҙең почетлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре, Рәсәй мәғариф министрлығы отличнигы.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ