Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, республика федераль программаларҙа әүҙем ҡатнаша. “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты буйынса 85 ҙур автобус ҡайтарылған. Бының өсөн яҡынса 10 миллиард һум йүнәлтелгән. Былтыр бәләкәй ҡалалар һәм ауылдарҙа йәмәғәт транспорты паркын яңыртыу өсөн 250 автобус һатып алынды.







