Бөгөн “Парковка” тигән операция ойошторола. Инспекторҙар урамда автомобилдәрҙе ҡалдырыу ҡағиҙәләрен тикшерә. Быйыл ике айҙа машинаһын парковкаға дөрөҫ ҡуймаған 5 мең 400-ҙән ашыу водитель яуапҡа тарттырылған. Инвалид билдәһе булған урында автомобиль ҡалдырған өсөн 5 мең һумғаса штраф һалына һәм машинаны махсус туҡталҡаға алып китәләр.








