Һайлау көндәрендә Башҡортостанда «Рәхмәт» акцияһы үтә

Тауыш биреүсегә - магазиндарға ташлама. Һайлау көндәрендә -15 марттан 17-нә тиклем Башҡортостанда «Рәхмәт» акцияһы үтә. Төбәктә йәшәүселәр һайлау участкаларына килеп, партнерҙарҙың тауарҙары һәм хеҙмәттәренә ташлама хоҡуғы биргән беләҙек алыу мөмкинлегенә эйә.

Тотош ғаиләһе менән, шул иҫәптән балалары менән бергә килеүселәргә 8 символдан торған уникаль код менән QR-билеттар тапшырыла. Уның ярҙамында рахмат102.рф сайтында мотлаҡ теркәү үтергә кәрәк. Ҡиммәтле приз - электр самокат, велосипед, һанлы техника оторға мөмкин. Һайлауҙың һәр көнөндә икешәр еңеүсе билдәләнә, быйыл акцияла ҡатнашыусы район-ҡалалар исемлеге лә киңәйтелгән.

Март аҙағында суперприз уйнатыла. Әгәр ҙә башҡа приз, мәҫәлән, ноутбук отҡан осраҡта ла бәхетте тағы ла бер тапҡыр һынап ҡарарға мөмкин. Суперфиналда фатир, автомобиль, Сочиға, Башҡортостан шифаханаларына путевкалар оторға була.

Регина Ҡадирова, «Алға-Патриот» спорт-илһөйәрлек үҙәге директоры урынбаҫары
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ