Өфөлә Мөхәмәт Харрасовты һуңғы юлға оҙаттылар

Билдәле ғалим-физик, дәүләт эшмәкәре, Башҡорт дәүләт университетының элекке ректоры Мөхәмәт Харрасовты һуңғы юлға оҙаттылар.

Мөхәмәт Хәҙис улы 1948 йылда тыуған. 1971 йылда Башҡорт дәүләт университетының физика факультетын тамамлап, Михаил Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты аспирантураһы һәм докторантураһында уҡып сыға. Башҡорт дәүләт университетында статистик радиофизика һәм элемтә кафедраһы мөдире, физика факультеты деканы булып эшләй. Сит илдә, Алжир университеттарының береһендә уҡыта. 2000 йылда Башҡорт дәүләт университеты ректоры итеп тәғәйенләнә. Был вазифала ул 10 йыл эшләй.

Шәхес менән хушлашыу Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай йортонда үтте. Унда Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Матәм митингына дәүләт һәм йәмәғтә эшмәкәрҙәре, мәрхүмдең уҡыусылары килде. Мөхәмәт Харрасов тыуған ауылы Белорет районының Сермән ауылында ерләнде.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ