Республиканың бер төркөм руханиҙары Сәғүд Ғәрәбстанына кесе хажға юлланды

Республиканың төрлө район-ҡалаларынан йыйылған мосолмандар уҙған тәүлектә Мәккәгә барып етте. Рамаҙан айында изге сәйәхәткә юлланғандарҙың күбеһе быға тиклем дә хаж, ғөмрәгә барыу ғәмәле менән таныш булған. Ҡәғбәтулла мәсетенә барып ғибәҙәт ҡылыу ислам динендә биш фарыздың иң олоһо һанала.

Ғөмрәне - йәки кесе хажды Мәккәнең Әл-Хәрәм мәсетендә талап ителгән көндәрҙә ҡылалар. Ул матди сығымдар һәм физик мөмкинлектәр талап иткән ғибәҙәт. Ғөмрәне бәлиғ, сәләмәт, үҙ аңында булған һәм мөмкинлектәре рөхсәт иткән мосолмандар ҡыла.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ