Көн тәртибендә - яҡтар араһында эшмәкәрлекте нығытыу һәм «Ростех» төркөмөнә ингән сәнәғәт предприятиеларын үҫтереү. Фекер алышыу барышында республика предприятиеларының бер нисә перспективалы проекты тикшерелде. Башҡортостан башлығы билдәләүенсә, Стәрлетамаҡта станоктар эшләү кластерын үҫтереү планлаштырыла.
Был проекты тормошҡа ашырыу өсөн ҙур инвестициялар йәлеп ителәсәк. Төбәк тә бында әүҙем ҡатнашасаҡ, тине Радий Хәбиров. Ул шулай уҡ Күмертауҙа етештерелгән КА-32 янғын һүндереү-ҡотҡарыу вертолеттары эскадрильяһын ойоштороу башланғысы менән сыҡты. Был ғәҙәттән тыш хәлдәр, атап әйткәндә, йәйге осорҙа барлыҡҡа килгән тәбиғәт янғындарына ҡаршы тиҙ арала көрәшергә мөмкинлек бирәсәк.



