Башҡортостан «Мәҙәниәт» милли проекты лидерҙары исемлегендә. Был турала бөгөн Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Оьга Любимова «Арт-ҡоролтай» халыҡ-ара форумында белдерҙе. Республикала күләмле саралар ойошторола, мәҙәни үҙәктәр төҙөлә, ә «Пушкин картаһы»н файҙаланыусылар һаны буйынса республика илдә өсөнсө урында килә. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Күреү һәләте насар булһа ла, тәбиғәт уларға йыр-моңға һәләт биргән. Конкурсанттар сығышын Диана Гурцкая алҡышлап баһаланы. 15 йыл рәттән «Аҡ таяҡ» Халыҡ-ара хәйриә фестивале илдең төрлө төбәгенән музыкаль һәләте булған балаларҙы билдәләй, ҙур сәхнәлә сығыш яһарға мөмкинлек бирә. Финалға үткән балалар Мәскәүгә юллама. Сара аҙағында билдәле йырсы бәләкәй артистар менән бергә йырланы.
Диана Гурцкая китапхана мөмкинлекүген юҡүғары баһаланы, тик учреждениела ремонт кәрәклеген йәшермәне. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы уңайынан «Арт-ҡоролтай» форумы сиктәрендә айырым секция эшләне. Йәмғеһе тиҫтәгә яҡын майҙанда китапханалар, музейҙар, мәҙәниәт йорттары эшмәкәрлеген камиллаштырыу мәсьәләләре ҡаралды. Был йәһәттән республикала күләмле эш башҡарыла.
Музейҙар секцияһында Ырымбур крайҙы өйрәнеү музейы етәкселеге эш тәжрибәһе менән бүлеште. Әйтәйек, һуңғы йылдарҙа музей витриналарында климат контроль системаһы файҙаланыла. Республика музейҙары күрше төбәк менән хеҙмәттәшлек итергә теләп, экпонаттар менән алмашыныу тураһында һөйләште. «Арт-Ҡоролтай» халыҡ-ара форумы Рәсәйҙең мәҙәниәт министры ҡатнашлығындағы пленар ултырыш менән тамамаланды. Уның барышында төбәктә мәҙәниәт өлкәһен алға этәргән хеҙмәткәрҙәре баһаланды.
Рәсәйҙең мәҙәниәт министры белдереүенсә, Башҡортостан - «Мәҙәниәт» милли проекты лидерҙарының береһе.
«Арт-Ҡоролтай» форумы 4-се тапҡыр ойошорола. Йылдан-йыл ҡатнашыусылар географияһы, ҡаралған мәсьәләләр киңәйә. Иң мөһиме - Башҡортостан мәҙәни төбәк исемен раҫлай.
Рәзилә Ғиниәтуллина






