Бөтә ғаилә менән һайлауға! 15 марттан 17-нә тиклем Башҡортостанда «Рәхмәт» акцияһы үтә. Ата-әсәләр балалары менән бергә һайлау участкаларына килеп, магазиндарға ташлама, ҡиммәтле приздар ота ала. Ғөмүмән, Ғаилә йылына арналған ҡыҙыҡла проекттар менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.
Шыршы биҙәргә, музейға барырға, спорт менән шөғөлләнергә - аҙнаһына бер ҡатмарлы булмаған эштәрҙе башҡарып, фотоальбомды тулыландырырға мөмкин. Өфөнән Ванюшовтар ғаиләһе лә ил кимәлендә уҙғарылған «Бөтә ғаилә менән» проектына ҡушылып, социаль селтәрҙәге сәхифәләрен матур хәтирәләр менән байытҡан.
«Бөтә ғаилә менән» проекты тамамланыу алдында. Тағы ла ике генә эш башҡарырға ҡалған, яҙҙы ҡаршылау байрамында ғаилә менән ҡоймаҡ ҡойорға һәм илдең иң мөһим сәйәси ваҡиғаһы - ил президентын һайлауҙа бергәләп ҡатнашырға кәрәк.
Проектта ҡатнашыусылар араһында ҡиммәтле приздар уйнатыла. Маркетплейсҡа сертификат, аҡыллы колонка, фотоальбом һәм Рәсәй буйлап ғаилә туры оторға була. Ғаилә йылында ғаилә ҡиммәттәрен нығытыусы саралар бының менән генә сикләнмәй.
Һайлау көндәрендә - 15 марттан 17-нә тиклем Башҡортостанда «Рәхмәт» акцияһы ла үтә. Төбәктә йәшәүселәр һайлау участкаларына килеп, партнерҙарҙың тауарҙары һәм хеҙмәттәренә ташлама хоҡуғы биргән беләҙек алыу мөмкинлегенә эйә. Тотош ғаиләһе менән, шул иҫәптән балалары менән бергә килеүселәргә уникаль код менән QR-билеттар тапшырыла. Уның ярҙамында рахмат102.рф сайтында мотлаҡ теркәү үтеп, ҡиммәтле приз - электр самокат, велосипед, һанлы техника оторға мөмкин. Һайлауҙың һәр көнөндә икешәр еңеүсе билдәләнә, быйыл акцияла ҡатнашыусы район-ҡалалар исемлеге лә киңәйтелгән.
Рәсәй президентын һайлауға килгәндә, республикала барлығы өс меңдән ашыу участка комиссияһы эшләйәсәк. Барлығы өс миллионға яҡын бюллетень әҙерләнгән. Унда дүрт кандидаттың исем-фамилияһы була. «Яңы кешеләр» партияһы вәкиле Владислав Даванков, әлеге дәүләт етәксеһе, үҙ-үҙен күрһәтеүсе Владимир Путин, либерал-демократик партиянан Леонид Слуцкий һәм коммунистарҙан Николай Харитонов. Мөһим сәйәси ваҡиғала тотош ғаилә менән бергә ҡатнашып, ил киләсәген билдәләргә мөмкин.
Гөлназ Хәйбуллина






