Көнбағыш көнсығышҡа табан борола. Донъяуи баҙар шарттары үҙгәреү сәбәпле республика аграрийҙары ла көнсығыш илдәр менән хеҙмәттәшлекте нығыта. Шулай уҡ культуралар төрлөлөгө лә ҡайтанан ҡарала. Сөнки Ҡытай башлыса майлы, аҡһымға бай үҫемлектәргә, атап әйткәндә соя, борсаҡ, етенгә өҫтөнлөк бирә. Шуға күрә күп кенә хужалыҡтар иген майҙандарын кәметергә мәжбүр. Быйылғы сәсеү осоро үҙенсәлектәре тураһында Айнур Кәбиров репортажы.
Һауа шарттары яңы тағылмалар талап итә. Йылдан-йыл киҫкенләшә барған ҡоролоҡ арҡаһында аграрийҙар сәсеү комплексына мискәләр эләктереп алырға мәжбүр. Тәүге тағылма ергә ҡоро ашламалар индерһә, артынан килгәне шыйығын. Был алым һәр яҡлап та отошло. Беренсенән ашлама орлоҡҡа тиҙ барып етә, икенсенән ямғырһыҙ ҙа үҙ маҡсатына ирешә.
Ергә шыйыҡ ашлама индереү алымы ҡеүәтле хужалыҡтар өсөн яңылыҡ түгел. Артемидалар ҙа уны бер нисә йыл рәттән файҙалана һәм уңыш күпкә юғары. Шыйыҡсаны тағы ла һөҙөмтәлерәк ҡулланыу маҡсатында техника ла камиллаштырыла бара.
Был технологияларҙың барыһы ла гектар ҡеүәтен арттырыу өсөн. Сөнки майҙандар киңәймәй, ә уңышты арттырыу көн талабы. Бигерәк тә баш ҡалаға яҡын урынлашҡан «Артемида» лар өсөн. Тап ошо маҡсатта хужалыҡта майлы култураларға өҫтөнлөк бирелә. Ашлыҡтың әле хаҡы юҡ. Баҙар бөртөклөләр менән тулған. Көнсығышҡа төбәлгән яңы йүнәлеш тә юғары килемле културалар талап итә.
Бөртөклө культуралар ҙа юҡ түгел. Хужалыҡта уны башлыса элиталы орлоҡтар алыу һәм һыра етештереү өсөн генә үҫтерәләр. Бының өсөн Германия ғалимдары уйлап сығарған һәм «Буран» тип атаған сорт ҡына ҡулланыла. Уны Артемидалар тик экспортҡа ғына оҙата.
Аграр сәйәсәт тотош республикала ошо йүнәлештә. Быйыл бойҙайҙы 1 миллион 742 мең гектарҙа сәсергә иҫәп тоталар. Ә бына техник культураларға бүленгән майҙандар былтырғынан 14 мең гектарға артасаҡ.Шулай уҡ майлы культураларҙы ла ошо уҡ самаға күберәк сәсеү күҙаллана. Орлоҡтар менән хужалыҡтар тулыһынса тәьмин ителгән . Сәсеү мәлендә һауа торошо ғына яҡшы булһын, ти аграрийҙар.
Айнур Кәбиров






