Өфөнө Рәсәйҙең яңы төбәктәре менән бәйләүсе автоуҙыш старт алды

Рус география йәмғиәте: үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ! Ошо исем аҫтында Өфөнө Рәсәйҙең яңы төбәктәре менән бәйләүсе автоуҙыш старт алды. Уның ҡатнашыусылары буш ҡул менән бармай. Автомобилдәргә яҡташ яугирҙарыбыҙ өсөн гуманитар йөк тә тейәлгән. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Уаз автомобиле, коптер, мейес, ҡоролмалар... Яугирҙарҙың заявкалары буйынса тупланған ылау юлға сығырға әҙерләнә. Рус география йәмғиәте ойошторған автоуҙыштың төп маҡсаты - һалдаттарға гуманитар йөк тапшырыу.

Экспедиция барышында Миңлеғәле Шайморатовтың һәләк булған урынына һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тарихына бағышланған музейға барыу күҙаллана. Бынан тыш, Рус география йәмғиәте мәктәп уҡыусылары менән дә осрашасаҡ. Иң яҡшы белем алыусы малай-ҡыҙҙарға йәй Дәүләкәндә үтәсәк Халыҡ-ара аэрокосмос мәктәбенең география сменаһына саҡырыу тапшырыласаҡ.

Рәсәйҙең яңы төбәктәренә сәфәребеҙ һайлау көндәренә тура килә. Шуға күрә, мотлаҡ тауыш бирергә тейешбеҙ. Шулай уҡ Ҡырымға барып етергә планлаштырабыҙ. Быйыл ярымутрауҙың Рәсәйгә ҡушылыуына 10 йыл. Ошо уңайҙан үтәсәк байрам сараларында ҡатнашасаҡбыҙ.

Вячеслав Аброщенко, Рус География йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе етәксеһенең беренсе урынбаҫары

Автоуҙыш ҡатнашыусыларын 5 мең саҡрымдан ашыу юл көтә. Гуманитар ылау иһә Салауат Юлаев батальоны яугирҙарына тапшырыласаҡ.

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ