Изге ғәмәлдәр айы. Йәкшәмбе кис ҡояш байыу менән бөтә донъя мосолмандары изге Рамаҙан айына аяҡ баҫты. Быйыл ул 10 апрелгә тиклем дауам итә. Ай дауамында барлыҡ мосолмандар көндөҙ ашау-эсеүҙән тыйылып торорға тейеш. Әммә Рамаҙан айының мәғәнәһе бының менән генә сикләнмәй. Күңелдәрҙе сафландырған айҙа мөьминдәр изге эштәр ҡылырға, мохтаждарға күберәк ярҙам ҡулы һуҙырға бурыслы, ти диндарҙар.






