Мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлитбирҙин Хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә сығыш яһаны. Республикала быйыл 31 мәктәп төҙөкләндерелә. 20 мартҡа тиклем подрядсы ойошмалар менән контракттарға ҡул ҡуйылырға тейеш. Капиталь ремонт буйынса белем биреү усаҡтарында 14 төр эш башҡарыла.







