Радий Хәбиров Мәскәүҙә Сергей Готье менән осрашты

Радий Хәбиров Мәскәүҙә академик Валерий Шумаков исемендәге трансплантология һәм яһалма органдар үҙәге етәксеһе Сергей Готье менән осрашты. Яҡтар Башҡортостанда медицинаның был мөһим йүнәлешен үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе.

Заманса медицина үҙәге трансплантология өлкәһендә донъялағы алдынғы учреждение. Бында беҙҙең республика пациенттары ла дауалана. Радий Хәбиров иң беренсе Сергей Владимировичҡа Башҡортостандың табип-трансплантологтарын ихлас ҡабул итеүҙәре, стажировка үтеүҙәре һәм үҙ компетенцияларын күтәреүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе. «Республикала трансплантология юғары кимәлдә, беҙҙең табиптар үҙенсәлекле операция яһай, йөрәк, үпкә, башҡа ағзаларҙы күсереп ултырта» тине Башҡортотсан башлығы.

Радий Хәбиров шулай уҡ үҙәктә Ишембай районынан килгән ҡатын һәм һәм уның 10 айлыҡ балаһы ятҡан палатала булды. Сабый бауыр трансплантацияһы көтә. Әсә менән аралашып, төбәк етәксеһе йәш пациенттың тиҙерәк һауығыуын теләне.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ