Мөнир Әбүбәкеров Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролотайҙа Кеше хоҡуҡтары вәкиленең бүлек мөдире булып эшләгән. Яратҡан шөғөлөнә пенсияға сыҡҡас тотонған. Күргәҙмәлә һәүәҫкәр рәссамдың һуңғы 12 йылда яҙған картиналары урын алған. Салауат районы Арҡауыл ауылында тыуып үҫкән ижадсы эштәрендә пейзаж, натюрморт кеүек жанрҙарға иғтибар итә. Картиналарында ауыл эшсәндәре, ауыл күренештәре сағыла. Картиналары «Башҡортостан рәссамдары» проектында «Аҫыл таш» номинацияһында еңеү яулаған.



