Унда Дыуандан район этабында еңеүсе Мөлкәт ауылы ла ҡатнаша. «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә ҡатын-ҡыҙҙар араһында боронғо йолаларға таянып уҙғарылған ярыштар хаҡында киләһе яҙмала.
Һәр кем уҡтауҙы үҙ яғына тарта, әммә ҡар өҫтөндә тартышыу еңел түгел. Әммә ике комаданың да ҡатын-ҡыҙҙары бирешергә теләмәй, һәр кем еңеү яулағыһы килә. Мөлкәт ауылы гүзәл заттары спорт алышында көс, таһыллыҡ кеүек сифаттарҙы күрһәтте. Мөлкөт ҡатын-ҡыҙҙары эстафетала түмәрҙәр, хатта үҙҙәре буйлыҡ ауыр бесән төргәктәрен дә тәгәрәтә алды.
Ағас ташыу, команда менән саңғыла уҙышыу. Гүзәл заттар йәйәнән сәпкә лә атты. Халыҡсан конкурстарҙа олоһо-кесеһе әүҙем ҡатнашты. Спорт уйындарынан һуң сарала ҡатнашыусылар ҡайнар аш һәм үлән сәйе менән һыйланды.
Мөлкәттәр спорт ярыштарынан тыш, ауылда социаль обьекттар булдырыу өлкәһендә дә берҙәмлек күрһәтә. Йәйгеһен улар үҙ аҡсаларына ҡорамалдар һатып алып, балалар майҙансығы ҡорған. Был майҙансыҡта байрам саралары үткәрелә. Ауыл халҡы «Айыҡ ауыл»конкурсында беренсе тапҡыр ҡатнаша. Улар республика конкурсында еңеүгә ирешеп, грант аҡсаларын ауылды төҙөкләндереүгә йүнәлтергә ниәтләй.
Гүзәл Борханова






