Махсус өҫтәл, ракеткалар, шарҙар. Баймаҡ ҡалаһының «Баһадир» физкультура- һауыҡтырыу комплексында өҫтәл теннисы буйынса ярыш үтте. Турнир Темәс ауылынан ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған уҡытыусы Зөлфәт Миңлеғолов иҫтәленә үткәрелде.
Зөлфәт Хәмитйән улы Темәс ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбендә 30 йылдан ашыу биология һәм химия фәндәренән уҡытҡан. Бынан тыш, уҡыусылары һәм ауылдаштары араһында өҫтәл теннисын папулярлаштыра. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы ул арабыҙҙан иртә китә, хәҙер уның эшмәкәрлеген уҡыусылары дауам итә.
Остаздың яҡты иҫтәлегенә арналған өҫтәл теннисында Учалы, Әбйәлил, Хәйбулла, Баймаҡ райондары, Сибай ҡалаһынан 60-лап уйынсы ҡатнашты. Сыҙамлыҡ һәм сослоҡ талап иткән спорт төрөндә үҙҙәрен һынап ҡарарға мәктәп уҡыусылары ла, оло йәштәгеләр ҙә килгән.
Спорт үҫешенә булышлыҡ иткән яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә төрлө уйындар йыш уҙғарыла. Зөлфәт Миңлеғоловтың исемен мәңгелләрштереү йәһәтенән уҙған Урал аръяғы райондарының өҫтәл теннисы буйынса асыҡ турнирында Сибай ҡалаһынан Артем Лежнев һәм Эвелина Байбулатова абсолют чемпиондар тип табылды.



