Тап 1879 йылдың 12 мартында император Алекандр ||-се Баш төрмә идаралығын ойоштороу тураһындағы указға ҡул ҡуя. Бер быуаттан ашыу илдә яза башҡарыу, холоҡ төҙәтеү учреждениелары эшләп килә. Федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы алдынғылар исемлегендә. Республикала 8 холоҡ төҙәтеү колонияһы, 4 тәфтиш изоляторы, 2 дауалау учреждениеһы иҫәпләнә.
Бынан тыш, идаралыҡ ҡарамағында махсуслаштырылған үҙәктәр һәм инспекциялар эшләп килә. Система 3 меңдән ашыу хеҙмәтәкәрҙе берләштерә, улар аттестация үткән һөнәр эйәләре. Бөгөн тарихи датаға арналған тантаналы ултырышта төбәк ведомстоһы етәксеһе Владислав Дзюба составҡа фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе. Хеҙмәткәрҙәр араһында махсус хәрби операцияға юлланыусылар ҙа бар. Тантаналы ултырышта ҡатнашыусылар һәләк булыусыларҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.
Тантаналы ултырышта хеҙмәт алдынғыларына дәүләт һәм ведомство наградалары тапшырылды. Быйыл Рәсәй Президенты Владимир Путин «Яза башҡарыу системаһының атҡаҙанған хеҙмәткәре» исемен булдырыу тураһындағы указға ла ҡул ҡуйҙы. Ул ошо өлкәлә 20 йылдан кәм эшләмәгән һөнәр оҫталарына биреләсәк. Юбилей сараһында ҡатнашыусылар билдәләүенсә, төрмәләрҙә, колонияларҙа эшләү еңел түгел, физик әҙерлек тә, рухи ныҡлыҡ та булырға тейеш. Системала 40 йылдан ашыу эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Сәйфүн Аҡъюлов әйтеүенсә, тылдың ныҡ булыуы ла мөһим. Сөнки эш көсөргәнешле, яҡындарыңдың аңлауы мотлаҡ.






