Нигериянан Олалекан Самуэль Акинйеми Президент һайлауында ҡатнашырға иҫәп тота

8 йыл элек Рәсәйгә күсеп килгән егет онколог һөнәрен үҙләштереп, әле Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында стажировка үтә. Яңыраҡ Рәсәй гражданлығын алған һәм быйыл тәүге тапҡыр тауыш биреүҙә ҡатнашасаҡ. Яңы ватандашыбыҙ менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова осрашты.

Операция яһар алдынан пациенттың хәлен белешеү, тынысландырыу һәм процедураның яҡшы үтәсәгенә ышандырыу. Йәш табиптың һәр иртәһе яҡынса ошолай башлана. Самуэль Нигериянан Рәсәйгә 8 йыл элек күсеп килә. Ошо ваҡыт эсендә телде лә өйрәнә, табип-онколог һөнәрен дә үҙләштерә. Әммә әле һаман бер нәмәгә генә күнә алмай.

Клиникала эшләү менән бер рәттән, Самуэль ординатурала белем ала, вуз һәм гимназияларҙа инглиз телен уҡыта. 2021 йылда ул Рәсәй гражданлығын ала һәм быйыл тәүге тапҡыр үҙенең яңы илендә Президент һайлауҙа тауыш бирергә ниәтләй. Был һәр кемдең бурысы, тигән фекерҙә йәш табип.

Самуэль Өфөгә тиҙ өйрәнә һәм артабанда Башҡортостанда табип-онколог һөнәре буйынса эшен дауам итергә уйлай.

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ