Ишембай районы Кинйәбулат ауылында яугирҙар өсөн һарыҡ йөнөнән билбауҙар эшләй башлаған

Хәрбиҙәргә кейеҙ билбау. Ишембай районы Кинйәбулат урта мәктәбе уҡытыусылары һәм уҡыусылары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙар өсөн һарыҡ йөнөнән билбауҙар эшләй башлаған. Кейеҙ буйынса оҫталыҡ дәресен БЮТ ижади төркөмө лә күҙәтте.

Берҙәм эшкә барыһы ла үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Хәрбиҙәргә билбау яһау өсөн һарыҡ йөнө Кинйәбулатҡа күрше Байғужа, Этҡол ауылдарынан да килтерелгән. Кейеҙ баҫыу буйынса оҫталыҡ дәресен Ишембай районы рәссамдары берлеге ағзаһы Вера Шаригина үткәрҙе. Уҡыусылар был эшкә теләп ҡушылды.

Ишембай районында һарыҡ аҫыраусылар байтаҡ. Уның йөнөн ошондай файҙалы кейем өсөн тотонорға кәрәк. Сөнки был билбауҙы әҙерләүгә күп ваҡыт та кәрәкмәй. Балалар ҙа тиҙ генә өйрәнеп алды.

Вера Шаригина, рәссам

Тәбиғи материалдан етештерелгән билбауҙар йылытыу һәм хатта дауалау көсөнә лә эйә. Ул мускулдарға, быуындарға, умыртҡа бағанаһына ыңғай тәьҫир итә, ауыртыуҙы баҫа, ҡан әйләнешен көсәйтеп ебәрә, ти белгестәр.

Билбауҙарға ҡурай һәм башҡа милли символикалар һалына. Бынан тыш, Байғужа мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ауыл халҡы менән бергә маскировка селтәрҙәре лә үрә башлаған.

Мәктәп коллективы һәм уҡыусылар махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙар өсөн блиндаж шәмдәр эшләп, көндәлек кәрәк-яраҡтар ҙа оҙата.

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ