Баш ҡалала мәктәп уҡыусылары араһында Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабына йомғаҡ яһалды

Тырышлыҡ өсөн Берҙәм дәүләт имтихандарына өҫтәмә балл. Баш ҡалала мәктәп уҡыусылары араһында Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабына йомғаҡ яһалды. Тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, донъя художество мәҙәниәте предметтары буйынса еңеүселәр һәм призерҙар Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында тәбрикләнде. Олимпиадала быйыл республиканың төрлө район-ҡалаларынан өс йөҙгә яҡын уҡыусы яҡшы һөҙөмтә күрһәткән.

Бөтә Рәсәй олимпиадаһында быйыл 7-се кластан 11-се класҡа тиклем уҡыусылар ҡатнашҡан. Улар араһынан юғары балл йыйыусы сығарылыш уҡыусылары Рәсәй этабына йүнәлә. Олимпиаданың төбәк этабы еңеүселәренә Берҙәм дәүләт имтихандарына өҫтәмә балл ҡаралған. Рәсәй кимәлендәге һынауҙа беренселек яулаусылар ҡабул итеү имтихандарын тапшырмайынса илдең теләгән юғары уҡыу йортона инергә хоҡуғы ала.

Тарих буйынса олимпиада быйыл 150 ашыу уҡыусыны йыйҙы, улар ике турҙа үҙ көсөн һынаны. Быйыл уҡыусылар яҡшыраҡ әҙерләнгән, алты уҡыусы 130 балдан ашыу мәрәй йыйҙы. Төбәк этабында еңеүсе уҡыусы Арыҫлан Зималеев республика данын Рәсәй олимпиадаһында яҡлаясаҡ.

Салауат Мосифуллин, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының йәмғиәтте өйрәнеү, хоҡуҡ һәм социаль идара кафедраһы мөдире
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ