Өфөлә мутлашыусылар туғанының тауышына оҡшатып йәш белгестән аҡса урлаған

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан белдереүҙәренсә, полицияға 29 йәшлек инженер мөрәжәғәт иткән. Мутлашыусылар компьютер программаһы аша бер туған апаһының тауышын ҡулланып аҡса күсерергә үтенгән. Егет банк иҫәбенә 24 мең һум ебәргән. Аҙаҡ асыҡланыуынса ҡатын-ҡыҙҙың шәхси сәхифәһе урланған булған. Полиция туғандар йәки дуҫтар интернет аша аҡса һораған ваҡытта башта шылтыратып белешергә кәңәш итә.

Фото №1 - Өфөлә мутлашыусылар туғанының тауышына оҡшатып йәш белгестән аҡса урлаған
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ