Башҡортостанда водителдәргә тимер юл аша үткәндә иғтибарлы булырға кәрәк

Профилактик айлыҡ башланды. Уның барышында тимер юл аша үтеү ҡағиҙәләре тикшерелә. Шлагбаум ябылғанда йәки светофорҙа ут тоҡанғанда, поезд үтеп киткәнен көтөү мөһим. Талапты боҙған водителгә 5 мең һум штраф һалына йәки 6 айға тиклем таныҡлыҡ тартып алыныуы ихтимал. Күптән түгел Стәрлетамаҡта тимер юл аша үткән урында тепловоз ашығыс ярҙам машинаһын бәрҙерҙе. 

Фото №1 - Башҡортостанда водителдәргә тимер юл аша үткәндә иғтибарлы булырға кәрәк
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ