Быйыл Башҡортостанда «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһы сиктәрендә 120 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү ҡарала.
Башҡортостан башлығы белдереүенсә, улар 15 марттан 17-нә тиклем тауыш биреү һөҙөмтәһендә конкурста ҡатнашҡан 216 объект араһынан һайлап алынасаҡ. «2019 йылдан алып беҙ федераль ярҙам менән Башҡортостан буйынса 683 объектты - парктар, скверҙар, йылға буйҙары һәм башҡа йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндерҙек.
Иң мөһиме - төҙөкләндереү өсөн биләмәләрҙе халыҡ үҙе һайлай. Рәсәй Президенты башланғысы менән тормошҡа ашырылған программа ауыл-ҡалаларыбыҙҙы танымаҫлыҡ итеп үҙгәртә. Быйыл төҙөкләндереләсәк биләмәләрҙе билдәләү өсөн 15-17 мартта тауыш биреү пунктына килеп үҙегеҙ теләгән объектҡа тауыш бирергә мөмкин.» тип яҙған төбәк етәксеһе.






