Башҡортостан депутаттары техноген сәбәптәр арҡаһында юлдарҙы ябыуҙы законлаштырмаҡсы

Бындай закон федераль кимәлдә эшләй, уны республикала ҡабул итеү талап ителә. Был турала Дәүләт йыйылышы - Ҡоролтайҙың торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше комитеты ағзаларының күсмә ултырышында хәбәр ителде. «Патриот» хәрби-патриотик паркында үткән осрашыуҙа бер нисә закон проекты тәҡдим ителеп ҡаралды. Автомобиль юлдарынан башҡа, улар күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт, ер участкаһын ҡулланыу һәм башҡа мәсьәләләргә ҡағылды.

Юлдарҙы ябыу өсөн законлы сәбәптәр исемлеге сикле. Инженер селтәрҙәрҙе төҙөү йәки ремонтлау унда инмәгән. Әйтәйек, ҡалала һыу торбаһы шартлаһа, юлдарҙы ябыу талап ителә. Быға тиклем техноген сәбәптәр буйынса автомобиль юлдары былай ҙа ябыла ине, хәҙер беҙ уны законлаштырмаҡсыбыҙ.

Руслан Ғарипов, Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары

Был Дәүләт йыйылышы - Ҡоролтай депутаттарының «Патриот» хәрби-патриотик паркында тәүге күсмә ултырышы түгел. Хәрби майҙанда бөтә комитеттарҙың да ошондай уҡ эшлекле саралары үтеүе көтөлә. Ултырыштан һуң, дәүләт эшмәкәрҙәре парктағы хәрби шарттар менән танышты.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ