Өфө халҡына тимер юл аша хәүефһеҙ үтеү ҡағиҙәләре тураһында иҫкә төшөрҙөләр

Поездан һаҡ бул! Өфө халҡына тимер юл аша хәүефһеҙ үтеү ҡағиҙәләре тураһында иҫкә төшөрҙөләр. Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренең маҡсаты Ағиҙелдең уң яры хәрәкәте зонаһында фажиғәле хәлдәргә юл ҡуймау. Рейд барышында халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барылды, йәйәүлеләр үткәүеле менән файҙаланырға кәңәш ителде.

2023 йылда ғына тимер юл аша сығыу урындарында хоҡуҡ боҙған өсөн 227 үҫмер административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. 31 кеше һәләк булған, 4 кеше йәрәхәтләнгән. Бынан тыш, быйыл тимер юл аша сығыу урынында үлем осрағы теркәлгән. Күмертауҙа 17 йәшлек студент поезд аҫтына эләгә. Фажиғәләрҙе булдырмаҫ өсөн рейда ҡатнашыусылар халыҡты тимер юл инфраструктураһы объекттары эргәһендә айырыуса һаҡ булырға саҡырҙы һәм тимер юлдың хәүефле объекты булыуын иҫкә төшөрҙө.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ