Өфөлә Чехов исемендәге Мәскәү художество театрының студия-мәктәбе ректоры Игорь Золотовицкий менән осрашыу үтте. Рус драма театрындағы осрашыуҙа сәнғәт институты студенттары, театр студияһы тәрбиәләнеүселәре, педагогтар һәм йәш актерҙар ҡатнашты. Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы сәхнә тәжрибәһе менән уртаҡлашты, үҙенең бөйөк режиссерҙар һәм актерҙар менән бергә башҡарған эштәре тураһында һөйләне, шиғырҙар уҡыны. Ҡатнашыусылар фекеренсә, бындай осрашыуҙар Рәсәй мәҙәниәтенең күп яҡлылығын һәм төрлөлөгөн күрһәтә.
Антон Павлович Чехов исемендәге Мәскәү художество театры баш ҡалала ике көнлөк гастролдәрҙә. Рус драма театры сәхнәһендә Игорь Золотовицкий коллегалары менән берлектә «Йорт» һәм «Мөхәббәт тарихы» спектаклдәрен тәҡдим итте. Сәхнә әҫәре йәштәр өсөн үҙ йортон булдырыу тураһында хыялланған ир тураһында. «Ҙур гастролдәр» федераль проекты Башҡортостан Башлығы һәм Хөкүмәте ярҙамында Өфөнөң 450 йыллығына әҙерлек сиктәрендә уҙғарылды.






