Былтыр Башҡортостан иҡтисадына килгән инвестициялар күләме 620 миллиард һумға еткән

2022 йыл менән сағыштырғанда, 7,6 процентҡа үҫеш күҙәтелә. Республика инвестициялар күләме буйынса Волга буйы федераль округында өсөнсө урында. Был турала Радий Хәбиров Яңы проекттарҙы үҫтереү буйынса стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева менән осрашыуында билдәләне.

Эшлекле һөйләшеүҙә Башҡортостандың инвестиция ҡеүәтен үҫтереү мөмкинлектәре юғары булыуы иғтибарға алынды. Төбәк етәксеһе стратегик башланғыстар агентлығының берҙәм командаһына инвестиция климатын яҡшыртыу һәм халыҡтың йәшәү сифатын күтәреү мәсьәләләрендә республика менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән өсөн рәхмәт белдерҙе.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ