Баш ҡалала «Яңы заман өсөн көслө идеялар» форумы уҙҙы

Башҡортостан «Яңы дәүер өсөн көслө идеялар» проекты рейтингында алдынғылар иҫәбендә. Был юлы форумға республиканан 3 меңдән ашыу идея ебәрелгән. Улар араһында иң яҡшы тип табылған ете идея авторы бөгөн «Торатау» конгресс холында уҙған «Яңы заман өсөн көслө идеялар» икенсе форумында тәбрикләнде. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева.

Быйыл йәй эшкә урынлашырға теләгән студенттар Республика мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итеп үҙенә эш таба аласаҡ. Мәшғүллек үҙәгенең йәй осоронда йәштәрҙең ялын һөҙөмтәле ойоштороуға йүнәлтелгән программаһы инициативалар араһында иң яҡшы идеяларҙың береһе булараҡ бүләкләнде. Уға ярашлы студенттар үҙ профиле булмаған йүнәлештәр буйынса ла эшләп ҡарай аласаҡ. Программаны киләсәктә халыҡ-ара кимәлгә еткереү күҙаллана.

Илгиз Фазылов иһә уңайлы мөхитте үҙенә- үҙе тыуҙыра алған. Ул уйлап тапҡан инновацион функциялары булған электромобиль һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн. Инеп ултырыуы уңайлыраҡ булһын өсөн ултырғысын да шылдырырға була, машина менән идара итеү джойстик-манипулятор ярҙамында башҡарыла. Электромобиль эшләү идеяһы менән Илгиз Фазлыев ике йыл элек ҡыҙыҡһына башлаған. Рәсәйҙә етештерелгән деталдәрҙән йыйылған электромобиль тиҙлеген сәғәтенә 80 километрға тиклем еткерә ала. Әйткәндәй, форумға килгән колясканы ла егет үҙе яраҡлаштырып алған.

Тап ошондай ете идея авторы 500 мең һумлыҡ грант менән бүләкләнде. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, йыл һайын республикала идеяларҙы тормошҡа ашырыуға 300 миллион һум самаһы аҡса йүнәлтелә.

Башҡортостандан ил күләмендә «Яңы дәүер өсөн көслө идеялар» форумына өс меңдән ашыу проект ебәрелгән, уларҙың алтыһы иң яҡшы йөҙ идея исемлегендә, ә бала тапҡандан һуң ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам ойоштороу буйынса идея тәүге унау иҫәбендә.

Икенсе тапҡыр уҙғарылған форум төбәктәрҙә башланғыстарҙы асыҡларға һәм уларҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итә. Көслө идеялар үҙ сиратында Рәсәй суверенитетын нығытыуға һәм 2030 йылға тиклем милли маҡсаттарға өлгәшеүгә булышлыҡ итә.

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ