Өфөлә Стратегик башланғыстар буйынса федераль агентлыҡ генераль директоры Светлана Чупшева Евразия фәнни-белем биреү үҙәге кампусы менән танышты. Светлана Витальевна донъя кимәлендәге уҡыу йортон юғары баһалап, студенттар, ғалимдар менән аралашты. Заманса бинаның һәр ҡатында урынлашҡан лаборатория, үҫеш биләмәләре, инженер мәктәп, коворкинг майҙаны һәм башҡа бүлектәрҙә йәштәрҙең проекттары презентацияланды.
Евразия фәнни-белем биреү үҙәге кампусының икенсе сираты 2025 йылда асыласаҡ тип көтөлә. Яңы бинала торлаҡ корпустары, геном үҙәге һәм уҡыу-лаборатория блоктары урынлашасаҡ. Стратегик башланғыстар буйынса федераль агентлыҡ генераль директоры Светлана Чупшева кампуста эшләгән «Шәп ил» проектында ҡатнашыусылар менән аралашты. Программа сиктәрендә йәштәр туризмын үҫтереү юлдары презентацияһы үтте.



