Республика һайлауға әҙер тип иҫәпләйбеҙ. Был турала Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов журналистар менән осрашыуҙа белдерҙе. Бөгөн «Башинформ» агентлығында Президент һайлауҙарына әҙерлек буйынса матбуғат конференцияһы уҙҙы. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.
Бюллетендың өлгөһө. Унда мотлаҡ йәшел төҫтәге сетка һәм махсус марка булырға тейеш. Өҫтәүенә, комиссия ағзаларының ҡултамғалары һәм мисәт ҡуйылыуы ла - төп шарт. Башҡортостанда барлығы 3 миллионға яҡын бюллетень баҫтырылған.
Һайлауҙың өс көн дауам итеүен иҫәпкә алып, тәүге көндәрҙә тауыш биреүселәрҙең бюллетендәре махсус сейф-пакеттарҙа һаҡланасаҡ. Һайлау кампанияһы старт алғандан алып Башҡортостандың үҙәк һайлау комиссияһында төбәк контакт-үҙәге эшләй башланы. Уның телефон һандарын әле экранда күрәһегеҙ. Шылтыратыуҙар иртәнге 9-ҙан киске сәғәт алтыға тиклем ҡабул ителә. 8 800 200 00 20
Шулай уҡ өйҙә тауыш биреү хоҡуғы ла бар. Бының өсөн үҙеңдең һайлау участкаһы комиссияһына мөрәжәғәт итеп ғариза ҡалдырырға кәрәк. Был хаҡта һайлаусының күршеләре йәки туғандары ла хәбәр итә ала. Бындай ғаризаны 17 март көндөҙгө икегә тиклем бирергә кәрәк.
Әлфинә Кидейәрова






