Республика яҙғы ташҡынды етди әҙерлек менән ҡаршылай. Төбәктә боҙҙо шартлатыу һәм ҡарайтыу эштәре башланды. Башгидрометүҙәктең яҡынса фаразы буйынса, ташҡын күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәрҙән юғарыраҡ буласаҡ. Әҙерлек ваҡиғалар үҫешенең иң ҡатмарлы осорон иҫәпкә алып барыла.
Архангел районы Оҙондар ауылы ташҡынды еңел үткәреүгә ҡарамаҫтан, ауыл советы хеҙмәткәрҙәре халыҡты иҫкәртеү, эвакуация урындарын әҙерләү эштәре менән мәшғүл. Урындағы халыҡ әйтеүенсә дамба төҙөү сәбәпле ташҡын ваҡытында яр буйҙары ғына йыуыла, һыу өйҙәр биләмәһенә барып етмәй.
Инйәр йылғаһының тығын хәүефе янаған участкаһында боҙҙо ҡарайтыу эштәре әүҙем алып барыла. Был процесс ташҡынды ауырлыҡһыҙ үтергә ярҙам итә. Шартлатыу саралары март аҙағына планлаштырылған.
Борай районында Ағиҙел йылғаһы буйында ла шартлатыу эштәре башланды. Хәрби инженерҙар 500 килограмм тротилды шартлатырға планлаштыра.
Һыу баҫыу зонаһына 313 тораҡ пункт эләгә, унда 86 мең кеше йәшәй. Төбәктә хәүефле 62 участка билдәләнгән, әле шартлатыу эштәре бара. Ташҡын осоронда төбәктә граждандарҙы ваҡытлыса урынлаштырыу өсөн 280-гә яҡын пункт әҙерләнгән.






