Һамарҙың Алтынсы Кассация судында Фәтҡулла Исхаҡовтың эше ҡаралды

Өфөнөң Ленин районы судында Һамарҙың Алтынсы Кассация суды менән видеоконференция үтте. Унда әхлаҡи зыянды ҡаплауҙан ризаһыҙлыҡ белдергән Фәтҡулла Исхаҡовтың эше ҡаралды.

Башҡортостан Юғары суды уны 31 миллиондан 2 миллион һумға тиклем кәметте. Исхаҡовты яҡлаусылар ултырышта судтан был ҡарарҙы юҡҡа сығарырға һәм пенсионерға 250 миллион һум компенсация биреүҙе һораны. Әммә финанс министрлығы вәкиле: «Хатта 2 миллион һум компенсация ла күп. Исхаҡовтың енәйәт ҡылыуҙа үҙ ғәйебен таныуы дәлил булып тора, тимәк, ул бер ниндәй ҙә әхлаҡи компенсацияға лайыҡ түгел», тип белдерҙе Хаҡлы ялдағы Фәтҡулла Исхаҡов һаулығына бәйле проблемалар кисереүен әйтте. Ләкин бер нәмәгә ҡарамай ул ғәҙеллеккә ынтыла.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, баш ҡалала йәшәүсе ир 1959 йылда өс кешене үлтереүҙә ғәйепләнеп, 13 йылға иркенән мәхрүм ителә. Төрмәнән сыҡҡас Фәтхулла Исхаҡов ярты быуаттан ашыу намыҫлы исемен тергеҙеү өсөн көрәшә. Пенсионер быға 2023 йылдың майында ғына өлгәшә. Ул саҡта Рәсәй Юғары суды эш буйынса хөкөмдө юҡҡа сығара һәм пенсионерҙы ғәйепһеҙ тип табып реабилитация хоҡуғы бирә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ