Федоровка районында Илдус Вәлишин иҫтәлегенә милли көрәш буйынса турнир уҙғарылды

Федоровка районы Бала Сытырман мәктәбендә махсус хәрби операция яугиры Илдус Вәлишин иҫтәлегенә милли көрәш буйынса турнир уҙғарылды.

Ярыш былтыр яҙғыһын махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған геройҙың тыуған көнөндә ойошторолдо. Унда Федоровка һәм күрше Миәкә райондарының йәш спортсылары көс һынашты. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса иң көслөләр бер нисә йәш категорияһында билдәләнде.

Еңеүселәргә миҙалдар, сертификаттар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Ойоштороусылар герой иҫтәлегенә беренселекте бынан ары йыл һайын уҙғарырға ниәтләй. Сараның йәш быуынды рухи-патриотик тәрбиәләүгә оло йоғонто яһаясағына ышаныс ҙур.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ