Бөгөн Өфө эргәһендә республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында радиоэлектрон технопаркының тәүге свайы ҡағылды. Рв-1 радиоэлектрон технопаркы юғары технологиялы һәм инновацион продукция етештереүҙең тулы циклын ойоштороу маҡсатында булдырыла. Бында пилотһыҙ осоусы аппараттар һәм сенсорҙар, платалар, датчиктар етештереләсәк.
2025 йылға баҫма микроэлектроника өлкәһендә яңы производствоға кәрәкле инфраструктура төҙөләсәк. Шулай уҡ пилотһыҙ авиация системаларының ғилми-производство үҙәген булдырыу мәсьәләһе лә тикшерелә.
Төбәк ғилми производство үҙәге эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: ғилми тикшеренеүҙәр үткәреү, профилле кадрҙар әҙерләү һәм уҡытыу, яңы техника өлгөләрен етештереү өсөн технологиялар булдырыу.
Баҫма микроэлектрониканың Дизайн-үҙәген булдырыу күҙаллана. Дизайн-үҙәктә материалдар эшләүҙән алып яңы продукция сығарғанға тиклемге процесс тәьмин ителәсәк.
2030 йылға технопаркта 370 эш урыны барлыҡҡа килә. Проект буйынса инвестициялар күләме 1,2 млрд һум тәшкил итә.



